Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Июнь 2019, 21:18

Милли проект: хеҙмәт етештереүсәнлеге артасаҡ

Иҡтисади үҫеште арттырыуҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге мөһим роль уйнай. “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, инвестициялар йәлеп итеү, юғары технологиялар ҡулланыу... Милли проекттар бына ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға тейеш”, – тигәйне ил Президенты Владимир Путин милли проекттарға арналған кәңәшмәләрҙең береһендә.


“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ ҡылыу” милли проектының маҡсаты – иҡтисадтың сеймалы булмаған урта һәм ҙур предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүе үҫешен тәьмин итеү. Ил төбәктәрендәге ун меңдән ашыу ойошма был проектта ҡатнашасаҡ.


Башҡортостан да был проектты тормошҡа ашырыусы иң тәүге алты төбәк араһында. Әйткәндәй, республикала был проектта ҡатнашыусыларҙың һанын ике тапҡырға – 50 предприятиеға тиклем – арттырыу планлаштырыла. Программала ҡатнашыусы предприятиеларҙың тәүге йылда етештереүсәнлеге – 5, һигеҙ йылда 30 процентҡа артыуы маҡсатлы. Бынан тыш, хеҙмәт етештереүен күтәреү, гранттар алыу мәсьәләһен хәл итеүҙә федераль кимәлдәге ойошмаларҙы йәлеп итеү планлаштырыла. Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һөҙөмтәһендә бушаған урындарға хеҙмәткәрҙәрҙе ҡайтанан уҡытып сығарыу өсөн 187 миллиард һум аҡса сарыф ителәсәк.
Читайте нас: