Инйәр
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
31 Май 2019, 11:06

Владимир Путиндан – "Ата-әсәлек даны" ордены

Ғәҙәттә, күп балалы ғаиләләр тураһында һүҙ сыҡһа, шунда уҡ күҙ алдына ауыл килеп баҫа. Ҙур өй, иркен ишек алды, ә унда бала-саға сыр-сыу килеп уйнай. Баҡтиһәң, ҡалала төпләнеп тә, фатирың һәр саҡ бала тауышынан тынмаҫҡа мөмкин. Мәҫәлән, ете балаға ғүмер бүләк иткән Лариса һәм Алексей Һайрановтар барыһына ла өлгө күрһәтеп Өфөлә йәшәй. “Һай, бынамын тигән ғаилә ул Һайрановтар!” – тиҙәр.


Тәүге балалары тыуғас та, йәш ғаилә уны киләсәктә төрлө түңәрәктәргә йөрөтөүҙе үҙҙәренә маҡсат итеп ҡуйған. Маринаны балалар баҡсаһынан тура бейеүгә алып китә әсә кеше, ял көндәрендә иһә бассейнға ашығалар, ҡыҫҡаһы, бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университетында белем эстәгән ҡыҙ бәләкәй саҡтан ваҡытын дөрөҫ бүлергә өйрәткән ата-әсәһенә мең рәхмәтле.


– Фехтование – минең өсөн барыһы ла, экипировка кейеп, ҡулыма шпага тотһам, үҙемде ысын яугир итеп хис итәм, – тип һөйләй Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты, Башҡортостандың фехтование буйынса йыйылма командаһы ағзаһы Владимир. – Ғөмүмән, тормош – үҙе тотош көрәштән тора. Еңеүҙәрҙең еңел бирелмәгәнлеген яҡшы аңлайым, һәр саҡ тырышлыҡ һәм сәмселлек кәрәк. Егет кешегә уйынан кире ҡайтыу, артҡа сигенеү һөнәр түгел. Ошо урында юғары категориялы уҡытыусы, башланғыс кластар уҡытыусыһы Владислава Звереваның уҡыусыһы Анастасияға ҡарата фекерен килтереү урынлы булыр.

Владислава Александровна билдәләүенсә, алма ағасынан йыраҡ төшмәй тигән мәҡәл тап Һайрановтарға ҡағыла. Уларҙың бер балаһы ла ҡул ҡаушарып ултырмай, киреһенсә, һәр саҡ нимә менәндер мәшғүл. Анастасия һәр яҡлап та килгән, спорт менән шөғөлләнә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай, яттан шиғыр һөйләүҙә уға етеүсе юҡ.


– Мәҙәни йәһәттән шул хәтлем юғары ғаилә, мәктәп тормошондағы сараларҙың уртаһында ҡайнай Һайрановтар, – ти Владислава Зверева. – Улай ғына ла түгел, улар үҙҙәренең фекерҙәрен ваҡытында әйтеп, тәҡдимдәрен еткереп тора.

Бынан тыш, татыу ғаиләлә Екатерина, Наташа, Виктор буй еткерә, ә инде сәскәләй ҡыҙҙарына бөтә иғтибар йүнәлтелгән. Бәләкәстәре ағай-апайҙарына эйәреп уҡырға, яҙырға һәм һанарға өйрәнгән.


– Балалар төрлө белем усағында уҡығас, 1 сентябрь йәки һуңғы ҡыңғырау байрамдарына сиратлап барабыҙ, – ти йорт хужаһы. – Шуға ҡыуанам, уларҙың һәммәһендә лә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Мәғариф мәсьәләһе – дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе.


Иренең һүҙҙәрен уның кәләше Лариса былай тип йөпләне:


– Етмәһә, өҫтәмә рәүештә шөғөлләнеү өсөн беҙҙә иркенлек: теләйһең икән, сәнғәт йүнәлешен һайла йәки спорт буйынса берәй секцияға алып бар. Бигерәк тә ҡалала баланың ваҡыты күп, мәктәптән һуң ниндәйҙер шөғөл табыу ғәзиз кешеңде һәр йәһәттән дә үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.


Бармаҡтың ҡайһыныһын тешләһәң дә, ауырта, тиҙәр. Һайрановтарҙың ҡошсоҡтарының барыһын да күңел йылыһы биреп тәрбиәләүе шатлыҡлы. Шул уҡ ваҡытта һәр балаһының мөмкинлегенә ҡарап һәм һәләтен самалап, уларға шөғөл табыуына нисек һоҡланмаҫҡа!?


Ете балаға өлгөлө тәрбиә биргән Һайрановтарҙы бөгөн ил Президенты Владимир Путин янына Кремль һарайына саҡырҙылар. Тантанала уларға “Ата-әсә даны” ордены һәм 100 мең һум күләмендә аҡса тапшырылды.


“Быйыл ошондай юғары наградаға һигеҙ ғаилә лайыҡ булды. Күп бала үҫтереү – ысын бәхет. Минән ихлас хөрмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ, – тине Владимир Путин. – Бала тәрбиәләү һеҙҙең бөтөн тормош эшегеҙгә әйләнгән. Был ғәмәлдең әһәмиәте барлыҡ йәмғиәтебеҙ, илебеҙ өсөн баһалап бөткөһөҙ”.
Читайте нас: