Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
31 Май 2019, 11:01

“Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш”

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса Башҡортостанға 16 миллиард һум бирелә. Яман шеш сирҙәренә ҡаршы көрәш бик ҡатмарлы һәм комплекслы. Тәү сиратта, амбулатория учреждениеларында эшләүсе участка табиптарҙың һәм белгестәрҙең белемен камиллаштырыу, махсус уҡытыу талап ителә. Материалды үҙләштереү буйынса башлап тест үтеү өсөн дистанцион, мәғлүмәти, иллюстрациялы программа төҙөлгән, ул квалификацияны күтәреүгә булышлыҡ итә.
Уҙған йыл буйына участка терапевтары (100 процент) был программаны үтеп, ғәмәлгә ярашлы сертификатҡа эйә булған. Шулай уҡ участка педиатрҙарын һәм тар белгестәрҙе лә йәлеп итеү күҙаллана.
Райондың онкология хеҙмәтендә табип-онколог бар. Табип-терапевтар, участка шәфҡәт туташтары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары фельдшерҙары менән яман шеш ауырыуҙарын иртә асыҡлау маҡсатында конференциялар уҙғарыла. Терапия участкаларында, ФАП-тарҙа онкологик сирҙәрҙе диагностикалау буйынса өйҙән-өйгә йөрөп анкета һорауҙарына яуаптар ҙа алына. Ауырыуҙарҙы профилактикалауҙа район халҡы араһында санитар-аңлатыу эштәре алып барыла.
2019 йылдың I кварталында яман шештән үлем күрһәткесе — 100 меңгә (11 кеше) — 254,9. 2018 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 26,5 процентҡа түбән (100 мең кешегә (15 кеше) — 347,0)
Муниципаль районда яман шеш сирҙәрен булдырмау һәм ошоға бәйле үлемде кәметеү буйынса саралар планы төҙөлгән.
М.Зиннурова.
Читайте нас: