Инйәр
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
28 Май 2019, 10:37

Владимир Путин Хәүефһеҙлек Советы ултырышын үткәрҙе

Ил Президенты Владимир Путин Хәүефһеҙлек Советының даими ағзалары менән сираттағы кәңәшмә үткәрҙе.


Унда 29 майҙа Ҡаҙағстанда уҙасаҡ Юғары Евразия иҡтисади советының ултырышына һәм уның сиктәрендә үтәсәк ике яҡлы осрашыуҙарға әҙерлек барышы тикшерелде. Шулай уҡ Владимир Путиндың Германия канцлеры Ангела Меркель һәм Франция Президенты Эммануэль Макрон менән телефон аша һөйләшкән мәсьәләләр буйынса кәңәшләшелде.


Кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министры Дмитрий Медведев, Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко, Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин, Президент Хакимиәте етәксеһе Антон Вайно, Хәүефһеҙлек Советы секретары Николай Патрушев, сит ил эштәре министры Сергей Лавров, эске эштәр министры Владимир Колокольцев, оборона министры Сергей Шойгу, Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте директоры Александр Бортников, Тышҡы разведка хеҙмәте директоры Сергей Нарышкин, Президенттың тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, экология һәм транспорт мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Сергей Иванов ҡатнашты.
Читайте нас в