2019-сы йылдың 1-се ғинуарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы “сүп-сар” реформаһы старт алды. Уға ярашлы, улар менән эш итеү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелде. Тәүҙә ауылдар һайын көнкүреш ҡалдыҡтары йыйыу урындары кәртәләнеп, контейнерҙар менән йыһазландырылды. Был йәһәттән хеҙмәтләндереү буйынса Башҡортостан 5 зонаға бүленде һәм төбәк операторҙары һайлап алынды.
Архангел районын 1-се зона буйынса төбәк операторы “Ҡаланы таҙартау буйынса Махсус автохужалыҡ” унитар предприятиеһы һәм муниципаль оператор “Еләҫ ел” ЯСЙ-һы хеҙмәтләндерә. Улар көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, уларҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнә. Һәр ауылдан сүп-сарҙы сығарыу графигы (был хаҡта белешмәне хакимиәттең сайтында табырға мөмкин) төҙөлдө.
Һуңғы ваҡытта контейнерҙарҙың ныҡ тулыуы, кешеләрҙең ҡалдыҡтарҙы улар янына өйөүе йышайҙы. Бындай хәл түбәндәге сәбәптәр арҡаһында тыуа:
- Контейнерҙарға һәм улар янындағы майҙансыҡҡа кешеләр ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары һаналмаған сүп-сарҙы (ағас ботаҡтары, иҫке таҡта һәм бүрәнәләр, ҡоро үлән, төҙөлөш ҡалдыҡтары, үлгән йорт хайуандарын һәм башҡаларҙы) ташлай;
- Апрель – май айҙарында бар халыҡ йорт ихаталарын, эргә-тирәһен таҙарта һәм шул рәүешле сүп-сар туплау ныҡлап арта;
- Контейнерҙарҙа һәм эргәһендә ҡалдыҡтарҙың өйөлөүе арҡаһында сүп-сар машинаһына тейәү ваҡыты һуҙыла, һөҙөмтәлә ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарыу графигы боҙола.
Әлбиттә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙы яйға һалыу мөһим. Был өлкәлә етешһеҙлектәрҙән ҡотолоу өсөн торлаҡ хужаларының үҙҙәренә лә сүп-сар туплау мәҙәниәтенә өйрәнергә кәрәк. Район кешеһенең һәр береһе ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына нимәләр ингәнен яҡшы төшөнөргә тейеш. Контейнерҙарға тирә-яҡ мөхиткә бик үк хәүефле булмаған (йәки хәүефлелектең иң түбәнге 4-се һәм 5-се класына ҡараған) ҡағыҙ, пластик (шешә, һауыттар), быяла, ағас (кейем элгестәр, тәҙрә рамдары һәм башҡа ваҡ әйберҙәр) ҡына һалына. Төҙөлөш ҡалдыҡтарын, ағас ботаҡтарын, иҫке таҡта һәм бүрәнәләрҙе сығарыу өсөн төбәк операторы менән айырым килешеү төҙөү талап ителә.
Быларҙан тыш, сүп-сар йыйыу урындарында тәртип һаҡлау маҡсатында төбәк операторҙарына ла техниканы күбәйтеү, шулай уҡ төҙөлгән графикты күҙәтеү мөһим.
Ошо йүнәлештәге һорауҙар менән 1-се зона буйынса “Ҡаланы таҙартау буйынса Махсус автохужалыҡ” төбәк операторы вәкиле Наталья Владимировна Кудряшоваға (адресы: Архангел ауылы, Ленин урамы, 22-се йорт, телефоны: 2-14-40) мөрәжәғәт итергә мөмкин.
төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм муниципаль һатып алыуҙар буйынса бүлек начальнигы.