Инйәр
+15 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
27 Мая 2019, 05:00
Яман шеште иртә стадияла асыҡлаған табиптарға премия түләнә
2019 йылдың 1 июленән Башҡортостанда табиптарҙы дәртләндереү тураһында хөкүмәт ҡарары үҙ көсөнә инә. Пациенттарҙа онкология сирен иртә стадияла асыҡлаған белгестәргә биш мең һумдан кәм булмаған күләмдә премия түләнә.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Финанс министрлығына дәртләндереү сараларына аҡса табырға ҡушҡайны. Һөҙөмтәлә аҡса табылды.
«Әгәр беҙ яман шеште башланғыс этапта асыҡлаһаҡ, күп көс түкмәҫбеҙ, кешене ҡотҡара алырбыҙ. Табиптар ошо сиргә һуңғы стадияһында ғына иғтибар итһә, паллиатив ярҙам кәрәк, ләкин был осраҡта медицина көсһөҙ», — ти республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе Максим Забелин.
Уның һүҙҙәренсә, иртә стадияла асыҡланған яман шеште дауалау өсөн Башҡортостанда аҡса һәм медикаменттар бар.
Шуны билдәләп үтәйек: был сара «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. «Онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш» ярҙамсы программаһы ла ошо проектҡа индерелгән.
«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә
, 2019 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда дөйөм үлем 16 957-нән (12,9%) 16 366 кешегә тиклем (12,4%) 0,5% кәмегән. Яҡынса 600 ғүмер ҡотҡарылған.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"