Инйәр
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
27 Май 2019, 10:05

Тыуым бик тиҙ кәмей, статистикаға ярашлы, республикала һуңғы өс йылда был күрһәткес 12% кәмегән

Башҡортостанда әлеге ваҡытта алты мең пар түлһеҙлек буйынса иҫәптә тора. Ошо осраҡтарҙың яртыһында ир-егеттәрҙең репродуктив функцияһы боҙолған. Башҡорт дәүләт медицина университетының баш табибы урынбаҫары Рита Вәлиева «Вести. Интервью» программаһында шул хаҡта һөйләне.
«Тыуым бик тиҙ кәмей, статистикаға ярашлы, республикала һуңғы өс йылда был күрһәткес 12% кәмегән», — тип билдәләне белгес.
Сәбәптәре — бала тыуҙырыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың аҙайыуы, уларҙың үҙ-үҙен тотошоноң үҙгәреүе (Европа йоғонтоһо). Хәҙер Башҡортостанда гүзәл заттарҙың яртыһы беренсе балаһын 40 йәштәр тирәһендә таба.
«Башинформ» агентлығының Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың һүҙҙәренә һылтанма менән хәбәр иткәнсә, 2018 йылда республикала 2012 йыл менән сағыштырғанда 13 меңгә аҙыраҡ сабый тыуған.
«Йәғни тотош тораҡ пункт юҡҡа сыҡҡан», — тине төбәк етәксеһе.
Бөгөн властар демографик хәлде махсус программалар ярҙамында төҙәтергә тырыша. Рәсәй Президенты Владимир Путин әйткән милли проекттарҙа ҙур «Демография» блогы бар. Шулай уҡ илдә беренсе бала өсөн социаль түләүҙәр индереүҙәре ихтимал. Әлеге мәлдә икенсе һәм артабанғы балалар өсөн «Әсәлек капиталы» программаһы эшләй.
Читайте нас в