Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Май 2019, 16:48

Милли проект тураһында

РФ Президенты В.Путин 2018 йылдың 7 майында “2024 йылдарға тиклем Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттары һәм стратегик үҫеш мәсьәләләре тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы милли проект тураһында үҙәк район дауаханаһы табибы Әлиә Әҙиәтова түбәндәгеләрҙе һөйләне.
— Милли проекттарҙы төҙөгәндә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә мөһим мәсьәләләр күҙ уңында тотолоуын, атап әйткәндә, төрлө ауырыу сәбәпле, хеҙмәткә яраҡлы кешеләрҙең һәм сабыйҙарҙың үлем осраҡтарын кәметеү; кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү; граждандарҙы йылына бер тапҡыр профилактик тикшерелеүгә йәлеп итеү, ауыл халҡына (төпкөлдә йәшәүселәргә) тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, медицина ойошмаларының эшен оптимәлләштереү, медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иткәндә көтөп ултырыу ваҡытын ҡыҫҡартыу, сират булдырмау, табипҡа яҙылыу процедураһын ябайлаштырыу кеүек етди проблемаларға иғтибар йүнәлтелеүен билдәләргә кәрәк. Бурыстарға килгәндә:
*геомәғлүмәт системаһын ҡулланып медицина ойошмаларының селтәрен формалаштырыуҙы тамамлау, 100-ҙән 2 меңгә ҡәҙәр кеше йәшәгән ауылдарҙа табип амбулаториялары, фельдшер һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөү кәрәклеге, 100 кешенән кәм булған ауылдарҙа мобиль медицина комплекстары ҡулланыу;
*милли медицина тикшеренеү үҙәктәре селтәрен формалаштырыу;
*һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә медицина ойошмалырының үҙ-ара бәйләнешендә берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһына таяныу;
*пациенттарҙың һаулыҡ торошо буйынса дистанцион мониторинг алып барыу, алдан диагностикалау системаһын һәм заманса технологияларҙы индереү;
*медицина хеҙмәткәрҙәренең белемен өҙлөкһөҙ камиллаштырыу, квалификацялы кадрҙар менән тәьмин итеү, шулай уҡ дистанцион белем биреү технологияһын ҡулланыу;
*яман шеш, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш программаһын булдырыу һәм уны тормошҡа ашырыу, балалар һаулығын хәстәрләү, медицина ярҙамы күрһәтеүҙә яңы инфраструктура төҙөү;
*пациенттарҙың хоҡуҡтарын яҡлау системаһын формалаштырыу;
*медицина хеҙмәтләндереүенең экспорт механизмын камиллаштырыу.
Бынан тыш, Указда 2024 йылға тиклем ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә ҡәҙәр күтәреү ҡарала ( 2030 йылға — 80 йәш).
Миләүшә Бәширова яҙып алды.
Читайте нас: