Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Май 2019, 19:01

Һанлы бөйөк октябрь

Көҙгә Башҡортостанда федераль телеканалдар һанлы телевидение тапшырыуҙарына күсәсәк.
РФ Һанлы бәйләнеш һәм киң коммуникацияларҙы үҫтереү министрлығы планына ярашлы, Мәскәү 20 аналог телевидениеһы телесигналы республикабыҙҙа 14 октябрҙә туҡтатыла.
Башҡортостанда күп һанлы таншырғыстар урынлаштырылған, улар ярҙамында бөгөндән үк бушлай һанлы сифаттағы 20 телеканал тапшырыуҙарын ҡарарға мөмкин. Шулай ҙа территорияның 5 процентына сигнал барып етмәй. Бындай ерҙә спутник ҡорамалдары ҡуйырға тәҡдим ителә.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күрһәтмәһе буйынса федераль социаль түләүҙәр алған пенсионерҙарға һәм пособие алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә республика власы ярҙам итә. Был категория граждандарына дәүләт иҫәбенә спутник ҡорамалдары урынлаштырыусы Башҡортостан — Рәсәйҙең берҙән бер төбәге. БР Матбуғат агентлығы мәғлүмәттәренә килгәндә, 4,5 мең кеше спутник ҡораалы алды. Сигнал үткән зонала дәүләт ярҙамына өмөт итеүселәр һанлы телевизион приствка һатып алһа, 1 мең һум компенсацияға хоҡуҡлы.
БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов: “Республикабыҙҙың күпселек халҡы һанлы телевидение ҡарай башланы. Кемдәр бөгөн был хаҡта уйлай, уны оҙаҡҡа һуҙмай ғына көҙ еткәнен көтмәй хәл итеп ҡуйырға кәрәк. Айырыуса баҡса һәм дачаларға йөрөүселәргә иғтибар итергә кәрәк.Хәҙер бөтә ерҙә лә юғары сифатлы 20 телеканалды ҡарау мөмкинлеге бар. Әгәр сигнал уҙмай икән, ул саҡта спутник телевидениеһының махсус тәҡдимдәре ғәмәлдә.
Һанлы телевидение сигналы ниндәй пункттарға үтә алыуы тураһындағы мәғлүмәтте РТРС “ҡыҙыу бәйләнеш” буйынса сайттта (смотрицифру.рф ) йәки 8-800-220-20-02 телефонына шылтыратып белергә мөмкин.
М.Зиннурова.
Читайте нас: