Июлдә Владимир Путиндың Башҡортостанға сәфәре көтөлә. Президенттың 9-14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара олимпия комитеты булышлығында уҙғарылған 53-сө Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарына килеүе күҙ уңында тотола.
Баш ҡалала ил етәксеһен “Торатау” геопаркы проектының концепцияһы менән таныштырыу ҡаралған. Парк дүрт яҡтан уратып алған райондың 3,9 мең квадрат метр территоияһын биләй, Ғафури районындағы Тоҙйылғаны (“Красноусол” шифаханаһы биләмәһендәге халыҡ-ара әһәмиәттәге объект) һәм Стәрлетамаҡ районындағы Йөрәктау шиханын үҙ эсенә ала. Эшкәртелгән Шахтау шиханы ла паркка индерелә. Паркка инеү сикле.Ул инфраструктура,сервис урынлашҡан рекреацион зоналарға бүленгән. Йәйәүлеләр, велосипед һәм автомобиль юлдары был ерҙә файҙаланыласаҡ. Туристарға махсус экскурсия маршруттары тәҡдим ителә. Геопарк проекты 2020 йылдың көҙөнә әҙер булырға тейеш.
Әле Башҡортостандың тәүге геопаркы “Янғантау” ЮНЕСКО эгидаһына инеү процедураһын үтә башланы. “Торатау”ға ла халыҡ-ара статус алыу мөмкинлеге бар. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2018 йылдың 12 декабрендә “Торатау” геопаркын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.