Инйәр
-9 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Май 2019, 11:23

Хеҙмәттәшлек үҫеш ала

Сыуаш Республикаһында “Волга-Янцзы” форматында төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса Совет кәңәшмәһе үткәрелде.
2019 йылдың 23 майынан Чебоксар ҡалаһында Советтың өсөнсө кәңәшмәһе уҙғарылды.Унда Волга буйы федераль округында Рәсәй Федерацияһы Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Ҡытай Халыҡ Республикаһының Дәүләт Советы ағзаһы, Советта рәйеслек итеүсе Ван Юн ҡатнашты.
Рәсәй-Ҡытай хеҙмәттәшлеге РФ Президенты күрһәтмәһенә ярашлы, бәйләнештәрҙе артабан нығытыу маҡсатында 2013 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Был сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р.Ф.Хәбиров Ҡытай провинциялары менән берлектәге проекттарҙы бойомға ашырыу барышы тураһындағы презентация менән сығыш яһаны. “Волга- Янцзы” форматындағы хеҙмәттәшлек буйынса Волга буйы федераль округта Башҡортостан башҡа төбәктәр араһында алдынғылар исемлегендә.
Кәңәшмә сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Хубэй провинцияһының Халыҡ хөкүмәте араһында сауҙа –иҡтисади, фәнни-техник һәм гуманитар өлкәләрҙә Килешеү, Чунцинда комбикорм етештереү буйынса төҙөлөш күҙаллана.
Бөгөн Башҡортостан менән Цзянси, Аньхой, Сычуань һәм Чунцин провинциялары менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү ғәмәлдә, шулай уҡ Цзянси провинцияһы һәм Ҡытай банк үҫеше менән инвестиция хеҙмәттәшлеген аратабан үҫтереү ҡарала. Гуманитар өлкәлә 18 килешеү нигеҙендә хеҙмәттәшлек тормошҡа ашырыла.
Мәҙәниәттә Цзянси провинцияһы менән тығыҙ бәйләнеш алып барыла. Былтыр рәсми делегация килгән саҡта “Башҡортостан — Рәсәй ынйыһы” тип исемләнгән фотокүргәҙмә ойошторолдо. Мәғлүмәт йүнәлешендә лә хеҙмәттәшлек үҫешә. “Башҡортостан” ДУП-ы теле-радиокомпанияһы һәм Аньхой ТРК-һы, шулай уҡ университеты араһында 2017 йылдың 15 июненән килешеү төҙөлдө. 2018 йылдың майында “Башҡортостан Республикаһында Аньхой телевидениеһы аҙналығы” үткәрелде. Уның барышында “Республика Башкортостан” гәзите һәм “Аньхой жибао” баҫмаһы редакциялары араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: