Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
24 Май 2019, 11:12

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ошо исем аҫтында 2016 йылда старт алған өҫтөнлөклө проект үҫеше булып тора Уға федераль проекттың һигеҙ бүлеге индерелгән: “Тәүге медицина-санитар ярҙамын күрһәтеү системаһын үҫтереү”, “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш”, “Онкосирҙәргә ҡаршы көрәш”, “Балалар һаулыҡ һаҡлауын үҫтереү, шул иҫәптән, кескәйҙәргә медицина ярҙамын күрһәтеүҙә заманса инфраструктураларҙы булдырыу”, “Һаулыҡ һаҡлау системаһының медицина ойошмаларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү”, “ Милли медицина тикшеренеү үҙәктәре селтәрен үҫтереү һәм хәҙерге медицинаның инновацион технологияларын индеререү”, “Һаулыҡ һаҡлау буйынса берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы (ЕГИСЗ) нигеҙендә берҙәм һанлы контур булдырыу”, “Медицина хеҙмәтләндереүендә экспортты үҫтереү”.
Милли проект паспорты РФ Президенты Владимир Путин ҡарамағындағы Президиум Советы тарафынан стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса 2018 йылдың 3 сентябрендә раҫланды һәм уны тормошҡа ашырыу 2019 йылдың 1 ғинуарынан башланды.
Милли проекттың төп маҡсаттары — халыҡ һәм сабыйҙар үлемен кәметеү, медицина ойошмаларында тәүге ярҙам күрһәтеүҙә кадрҙар дефицитын бөтөрөү, йылына бер тапҡыр бөтә граждандарҙы профилактик тикшереүҙәргә йәлеп итеү, медицина ярҙамын халыҡҡа уңайлы итеү, табипҡа яҙылыуҙы ябайлаштырыу, экспорт медицина хеҙмәте күләмен арттырыу.
Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеү сиктәрендә 2018 йылда Троицкий ауылында модулле ФАП төҙөлдө. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөү (Максим Горький, Айытмәмбәт, Яңы Шишмә) өсөн заявкалар ебәрелде.
2017 йылда “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә “Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысы менән Аҙау һәм Тәүәкәс ауылдарында ФАП-тар капиталь ремонтланды. Район хакимиәте, ауыл хакимиәттәре, урындағы халыҡ ярҙамы менән Орловкала ФАП-ҡа капиталь ремонт үткәрелде, Муллаҡайҙа ул төҙөкләндерелде, Тирәклелә газ уҙғарылды. 2018 йылда Көмәрле ФАП-ына капиталь ремонт яһалды. Уңайлы эш шарттары булдырыу, халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм поликлиникаларҙа ла уңайлыҡтар булдырыу дауам итә.
“Һаҡсыл поликлиника” проекты сиктәрендә үҙәк район дауаханаһында асыҡ регистратура эшләй. Диспансерлаштырыу үтеү, сәләмәт һәм сирле кешеләр ағымын контролгә алыу, көндөҙгө стационар бүлеген зоналарға бүлеү, әлбиттә, ҡулай. Быйыл да хеҙмәт шарттарын уңайлаштырыу буйынса саралар планына ярашлы, был йүнәлештә эш алып барыласаҡ.
М.Зиннурова.
Читайте нас: