Районыбыҙ яландарында сәсеү эштәре көндән-көн киңерәк ҡолас ала. Быны баҫыуҙарҙа тәүлек әйләнәһендә тракторҙарҙың гөрләп эшләүе дәлилләй. Тәүәкәстән Хәлит Ғәлин да быйылғы ҡыр мәшәҡәттәрен күңелле кәйеф, ныҡлы әҙерлек һәм, әлбиттә, мул уңыш алыуға өмөт менән башланы.
Бөгөн ул 15-шәр гектар һоло һәм арпа сәскән, оҙаҡламай бойҙайға төшәсәк.
— Барлыҡ эштәрҙә лә иң беренсе таянысым ғаиләм. Ауылдаштарым да ярҙам кәрәк булғанда кире ҡаҡмай, шулай бергәләшеп йәшәйбеҙ. Бөгөн хужалыҡта Ауырғазы күп профилле колледж филиалы студенттары практика үтә. Белемле, тырыш егеттәр менән эшләүе күңелле. Һәр нәмәнең мәғәнәһен беләләр, шуға күрә техниканы ла уларға ышанып тапшырҙым. “ДТ-75” тракторында Шубин Радмир, “МТЗ-80”-дә Шутов Дмитрий, “МТЗ-82”-лә Фазлиәхмәтов Зөбәйер эшләһә, ауылдашым Земфир Сәйфетдинов — сәскес артында. Йәштәр — беҙҙең киләсәгебеҙ. Шуға күрә ышаныслы алмашты бөгөн тәрбиәләргә кәрәк,- тип шат йылмайҙы Хәлит Зәкиулла улы.
Әйткәндәй, үҫмерҙәр Хәлит Ғәлинда дүртенсе тапҡыр тәжрибә үтә.