Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Май 2019, 14:36

Йәш сәсәндәр йыйылғанда… районда мәшһүр “Урал батыр” ҡобайырын яттан һөйләү бәйгеһе үтте

“Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса район бәйгеһе быйыл да ойошҡан, матур уҙҙы. Был конкурс йәш сәсәндәрҙе барлауҙа, һүҙ оҫталарын асыҡлауҙа, сәсәндәр мәктәбен үҫтереүҙә, халҡыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүҙә, данлыҡлы халыҡ ижадын өйрәнеүҙә, эҙләнеү эштәренә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа ҙур әһәмиәтле.
Конкурстың тәүге өлөшө мәктәп эсендә, артабан районда үтте. Икенсе этаптағы сарала мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәптәрҙең 1—4-се, 5—11-се класс уҡыусылары, шулай уҡ фольклор коллективтары (биш кешенән дә күп булмаған) ҡатнашты. Ярышҡа бары тик һәләтле балалар ғына йыйылған ине. Бәйгенең төп шарты — ҡобайырҙы яттан әйтеү. I турҙа “Урал батыр” эпосын һөйләү булһа, II турҙа фольклор командалары халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады ынйыһынан өҙөктәрҙе сәхнәләштереп күрһәтте.
Кескәйҙәрҙең был йыйында күпләп ҡатнашыуы ҡыуаныслы күренеш. Быйылғы әйтештә иң бәләкәй бәйгесе — дүрт йәшелек Әлмөхәмәтова Фатима булды. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең халҡыбыҙ аманатын матур итеп һөйләүҙәре күңелдәрҙе тулҡынландырҙы. Милли кейемдәр кейеп, музыка ҡоралдарының оҙатыуы аҫтында яңғыраған ҡобайыр юлдарын тыңлау оло кинәнес, ғорурлыҡ тойғоһо уятты.
Абҙан мәктәбенән Әхмәтова Сөмбөл, Благовещенканан Сәлихова Алина, Айытмәмбәттән Хөсәйенова Эвелина үҙҙәрен сәхнәлә оҫта тотоуҙары, ихлас сығыш яһауҙары менән айырылып торҙо.
Сәхнәләштерелгән өҙөктәргә килгәндә барлыҡ сығыштар ҙа матур, үҙенсәлекле булды. Һәр мәктәп ентекле әҙерләнгән: костюмдар, сәхнә биҙәлеше, музыкаль оҙатыу быны дәлилләп торҙо. Балалар үҙҙәрен ысын артистарса ҡыйыу тотто, образдарҙы матур асыуға өлгәшеп, һынауҙарҙы уңышлы үтте.
Жюри ағзалары ла әүҙем эшмәкәрлек итте. Бәйге шарттары буйынса һәр сығышты етди баһаланы һәм һөҙөмтәлә I турҙа Гран-при Әхмәтова Сөмбөлгә бирелде. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары араһында 1-се урын Әбхәлимова Санираға, 2-се — Шәрәфетдинова Сөмбөлгә, 3-сө Әлмөхәмәтова Фатима һәм Ҡотләхмәтова Заринаға бирелде. Оҙондар ауылының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Зәйнәғәбдинова Динәнең сығышы ла яҡшы билдәләнде.
1—4-се кластар буйынса 1-селеккә Хөсәйенова Эвелина (Айытмәмбәт) сыҡһа, 2-сегә Ғүмәрова Йәмилә (Абҙан), 3-сөгә Әбйәлилова Гөлназ (2-се Архангел) һәм Сәлихова Алина (Благовещенка) лайыҡ булды. Хөснөтдинова Элинаға, Хөснөтдинова Илгинәгә (Абҙан), Ғәбитов Айратҡа (Баҡалды), Сәлихова Эльвинаға (Благовещенка), Баширова Аделинаға (Ҡыҙыл Еҙем) “Өмөт” номинацияһы бирелде. 5—9-сылар буйынса 2-се урынға Максим Горький мәктәбе уҡыусылары Ғәтиәтуллина Вилена һәм Лоғаманов Айҙар сыҡты.
II турҙа Тирәкле мәктәбе коллективы беренселекте алды. 2-се урын абҙандарға һәм 3-сө 1-се Архангел мәктәбенә тейҙе. Оҙондар фольклор төркөмө “Балаларҙы халыҡ йолаларына ылыҡтырыу” номинацияһына лайыҡ булды. Еңеүселәр артабан республика кимәлендә үтәсәк бәйгелә районыбыҙҙың данын яҡлаясаҡ.
Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы булған мәшһүр “Урал батыр” ҡобайырын яттан һөйләү бәйгеһе быйыл да күпме яңы исемдәр асты, уҡыусыларҙы яңы эҙләнеүҙәргә, еңеүҙәргә ҡанатландырҙы.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: