Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Май 2019, 14:45

Һуғыш яралары уңалмай...

Әҡсән Мөхәмәтйән улы Хажиев Тирәклелә тыуа. 1939 йыл хәрби сафҡа алына. Башта Силәбелә, һуғыш башланғас Пермь ҡалаһында хеҙмәт итә. Тиҙҙән ул фронтҡа оҙатыла һәм 393-сө уҡсылар дивизияһы составында Курск дуғаһының иң көсөргәнешле алышында ҡатнаша.
“Бер нисә көн ашамай, эсмәй фашистар менән һуғыштыҡ. Был бәрелештә күп ҡан ҡойолдо, ҡорбандар килтерелде. Июнь айында ҡаты яраланып, Тамбов госпиталенә эләктем. Айҙан артыҡ дауаланғандан һуң мине Чкалов ҡалаһының тылына йүнәлттеләр, артабан башҡаса һуғыш яланына сығырға тура килмәне.
Ауылдаштарым араһында дүртенсе булып фронттан ҡайтарылдым. Минән алда Басир Моратов, Әбдрахман Нафиҡов, Зәйнулла Юламанов тәрән йәрәхәттәр алып, тылға оҙатылған ине.
Ул заманда беҙҙең колхоз “Ильяс” тип аталды. Мин бригадир вазифаһын башҡарҙым. Эшсе ҡулдар етешмәй, ҡулынан,хәленән килгәндәрҙең барыһы ла колхоз эшендә. “Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн!” тигән маҡсат менән ең һыҙғанып тир түктек, ауырлыҡтарҙы бергә күтәрҙек, төшөнкөлөккә бирелмәнек.
Күп михнәттәр күргән быуын тыныс донъяның, барлыҡтың ҡәҙерен белә, тормошҡа зарланмай. Йәштәр шул осор балаларынан, ҡарт һалдаттарҙан, һалдат әсәләренән, ҡатындарынан өлгө алырға кәрәк. Һуғыш яралары уңалмаһа ла мин Ватаныма ҡурҡыныс янаған саҡта ярҙам итә алғаныма шатмын”,-тип хәтерләй торған ине Әҡсән бабай.
Тирәкле мәктәбе музейы архивынан.
Читайте нас: