Аҙна дауамында һәр класта телдәрҙе өйрәнеүҙең әһәмиәтен, мөһимлеген аңлатыу, һөйөү тәрбәиәләү, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ тыуҙырыу маҡсатынан Ғабдулла Туҡай, Рәми Ғарипов, Александр Пушкин һәм башҡа арҙаҡлы шағирҙарҙың туған тел тураһындағы шиғырҙары яңғыраны, донъялағы телдәрҙең тарихы, яҙмыштары һәм киләсәге тураһында дәрестәр, күрһәтелде, күргәҙмәләр, йәнле әңгәмәләр, фекер алышыуҙар үткәрелде. 10-11-се кластар араһында “Рус тел ғилеме белермәндәре” тип аталған турнир ойошторолһа, 2-3-сө класс уҡыусылары “Туған тел белермәндәре” тигән уйында әүҙем ҡатнашты. 4-се класта уҙған “Белермәндәр клубы” уйыны “Кроссвордтар сисеү”, “Кем күберәк?”, “Әкиәт геройын тап” һәм башҡа күңелле өлөштәрҙән торҙо. 7-селәрҙә “Тел — беҙҙең байлығыбыҙ” тип аталған асыҡ дәрес уҙғарылды. Бында балалар үҙҙәренең сәсәнлек һәләттәренән тыш, халыҡ ижадын яҡшы белеүҙәрен дә күрһәтте. Аҙналыҡты йомғаҡлап әүҙем ҡатнашыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары бирелде. Дөйөм әйткәндә, был тематик сара файҙалы һым күңелле үтте.