Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Май 2019, 14:21

Тоғро уҡыусылары

“Инйәр” гәзитен алдырыу — ул райондағы төп ваҡиғаларҙы беренсе булып белеү генә түгел, ә уңышты һынап ҡарау өсөн дә бик шәп мөмкинлек. Мәҫәлән, 14-15 майҙа Айытмәмбәт, Аҙау һәм Оҙондар ауылдарында 2019 йылдың икенсе яртыһына баҫмабыҙға яҙылыу кампанияһында ҡатнашыусылар өсөн сираттағы приздар уйнатыу булды. Был көндәрҙә район гәзитенә 30 кеше яҙылды. Улар араһында бүләктәр уйнатылды. Приздарға Айытмәмбәттән С.Әбхәлимова (плед), С.Ҡотлоғәләмова (һауыттар йыйылмаһы) һәм Г.Тулебаева (пикник өсөн йыйылма), Аҙауҙан Р. Хисамова (өҫтәл ябыуы), З. Хисамова (тын тултырғыс) һәм Ф.Фәйзуллина (турама һауыты), Оҙондарҙан Ф. Фәйзуллин (емеш-еләк өсөн һауыт), С.Шәрипова (ваза), М.Лоҡманова (плед), В.Әбхәлиҡова (аяҡ кейеме киптереүсе прибор) һәм З.Сибәғәтова (турама һауыттары) эйә булды.
Урындағы матбуғатҡа тоғролоҡтары һәм икһеҙ-сикһеҙ ҡыҙыҡһыныуҙары һәм 2019 йылғы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн уҡыусыларыбыҙға бик тә рәхмәтлебеҙ.
Рәғиҙә Ғиззәтуллина.
Читайте нас: