Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Май 2019, 14:48

Телеббеҙҙең киләсәге балаларҙа

Телебеҙҙең яҙмышы бөгөн беҙҙең ҡулда, ә киләсәге — балаларҙа. Әгәр ғаиләлә, балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә башҡорт теле мөхите булдырыла икән, тимәк, телебеҙ йәшәйәсәк.
Яңыраҡ ҡына башҡорт телен дәүләт теле статусы кимәленә еткереп, байтаҡ эштәр башҡарылған ине. Милли мәктәптәр, балалар баҡсалары асылды, туған телдәргә иғтибар артты. Киләсәгебеҙ ныҡлы нигеҙле тип еңел һулап та өлгөрмәнек, бөгөн ҡабаттан туған телебеҙҙе өйрәнеү сәғәттәре кәметелә, уңайы тура килгәндә ҡыҫырыҡлана башланы. Был сәйәсәт берәүҙәргә ыңғай булһа, ваҡ милләттәр, шул иҫәптән башҡорт халҡы өсөн бик аяныслы.
Рус әҙәби теле — бөйөк тел. Ләкин бөгөн аралашыуҙа арҙаҡлы кешеләребеҙ һөйләшкән әҙәби рус телмәре бөтөнләй ҡулланылмай тиерлек һәм ул беҙҙе яйлап “йотоп” килә. Сит телдәрҙе өйрәнергә кәрәк, әммә үҙеңдекен ятҡа алыштырыу — ярамаған эш. Ошо ваҡиғаларҙы, күренештәрҙе халҡыбыҙ күрә, һиҙәме икән? Айыҡ аҡыл менән уйлап ҡараһаң, бының нимә менән бөтөрө ап-асыҡ.
Башҡорт электән үк иң тәүҙә үҙ нәҫеле, халҡы, теле тураһында хәстәрлек күргән. Ниндәй генә илбаҫарҙар ябырылһа ла ер-һыуын ҡурсалап алып ҡалған. Дошмандары телен киҫеп, ҡурай яландарын үртәһә лә, телен-моңон онотмаған. Шундай ауыр михнәттәр аша үтеп, аманат итеп тапшырылған телебеҙҙе юғалта ҡалһаҡ беҙ үҙебеҙҙе кем тип атаясаҡбыҙ? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр был мәсьәләгә иғтибар бирмәй, беҙ башҡортса һөйләшмәгәндән, баламды өйрәтмәгәндән бер нимә лә булмаҫ тип уйлай.
Башҡа бер ниндәй тел дә йәш быуыныбыҙҙа башҡорт рухын, йәнебеҙгә, күңелдәребеҙгә шифалы көс, үҙебеҙгә генә хас хис-тойғоларҙы бирә алмаясаҡ. Икенсе телдә нисек кенә матур һөйләшһәк тә, туған телебеҙҙе белмәйенсә илһөйәрлек тәрбиәләп булмаясаҡ. Шуға күрә был мәсьәләгә һәр яҡлап та айыҡ ҡарарға кәрәк.
Балалар баҡсаһында бер өләсәйҙең ейәнен кейендергән саҡта русса өндәшеүен ишеткәс, башҡортса белмәйме әллә, тип ҡыҙыҡһындым.
— Мамаһы русса өйрәнһен тип әйтә бит,-тип яуап ҡайтарҙы ханым.
Мейем сың итеп ҡалды. Был нимә? Ҡайҙа яғымлы әсәй, инәй тигән һүҙ? Ниңә оло кешеләр гонаһһыҙ сабыйҙы туған теленән мәхрүм итә? Халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәре З.Исмәғилев, М.Кәрим, Ж.Кейекбаев, А.Мөбәрәков һәм башҡалар рус телен тормош дауамында өйрәнеп, бөйөк шәхес булып киткәндәр. Арҙаҡлы, уңышлы булыуҙа уларға башҡорт теле ярҙам иткән.
Олатайҙар, өләсәйҙәр, башҡортлоҡто тамырынан киҫергә зинһар, юл ҡуймағыҙ!!! Ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙе милли рухта тәрбиәләшеүҙә булышлыҡ итегеҙ. Туған телде, йолаларҙы һаҡлауҙа, артабан үҫтереүҙә һеҙҙең әүҙем булыуығыҙ мөһим. Киләсәк быуын башҡортса һөйләшә, фекерләй белгәндә генә халҡыбыҙҙың аҡыл тәрәнлегенә төшөнәсәк һәм уның бөйөклөгөнә инанасаҡ.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: