“Театр яҙы” конкурсы — ул шатлыҡ, илһам өҫтәүсе ижад, күңел байрамы. Балаларҙың ошондай ярыштарҙа ҡатнашыуы уҡыусының ижади һәләтен үҫтереү, күңел донъяһын тейешле йүнәлештә тәрбиәләү, сәнғәткә һөйөү уятыу өсөн әһәмиәтле.
Район мәктәптәренең башланғыс класс уҡыусылары араһында Рәсәй Федерацияһы буйынса иғлан ителгән Театр йылы айҡанлы сәхнә әҫәрҙәрен ҡуйыу конкурсы тап бына ошо маҡсаттарҙан сығып ойошторолдо. Бәйгелә 9 белем биреү учреждениеһынан 11 коллектив ҡатнашты. Абруйлы баһалама комиссияһы ағзалары кескәйҙәрҙең һәр сығышын конкурс шарттарына ярашлы етди баһаланы.
“Ҡурсаҡ театры” номинацияһында Тәүәкәс мәктәбе коллективы (етәксеһе Н.Ғ.Ғәлина) беренселеккә сыҡты. 2-се урында — Благовещенка (Ф.М.Гойда). “Спектакль” номинацияһында 1-се урынға — 1-се Архангел (С.И.Кожевникова), 2-сегә Абҙан мәктәбенең “Ынйылар” коллективы (М.Т.Иманғәлина) лайыҡ булһа, өсөнсө урынды Абҙандан “Тамсылар” (Р.Ф.Яҡшымбәтова) һәм Ҡыҙыл Еҙемдең йәш артистары (Г.Я.Илназарова) бүлеште.
мәғариф бүлегенең башланғыс һәм мәктәпкәсә тиклемге белем биреү бүлеге методисы.