Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Май 2019, 14:47

Студенттар баҫыуҙа

Район хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәре дауам итә. Ауырғазы күп профилле колледж филиалының яландарында ла “ҡорос ат”тар тәүлек әйләнәһенә гөрләй. Бөгөн улар планға ярашлы 25 гектар майҙанда һоло сәсеүҙе тамамланы, артабан бойҙайға төшәсәктәр (25 гектар). Шул уҡ күләмдәге ужым арыштары ла быйыл туңмай яҡшы ҡыш сыҡҡан, был үҙе үк һәйбәт күрһәткес.
Мастер Виктор Усачев һөйләүенсә, уҡыу йорто сәсеү кампанияһына былтыр көҙҙән үк әҙерләнә башланы. Сәскестәр һәм башҡа техникалар үҙ ваҡытында төҙөкләндерелде, үҙҙәре етештергән орлоҡтар ҙа шартына килтереп эшкәртелде, яңы сорттар менән тулыландырылды.
Бөгөн яланда Сергей Голованов “МТЗ”-82 тракторында сәсә, “Т”-150 агрегатында Андрей Антипин тырмата, ә “ГАЗ” йөк машинаһында Борис Даниловский орлоҡ менән тәьмин итеп тора. Уларға студенттар Денис һәм Рәвил Мырҙағәлиндәр, Илсур Хөсәйенов, Денис Лисков, Ринат Сруров ярҙам итә. Йәштәр ололарға булышып ҡына ҡалмай, алған белемдәрен тормошта ҡуллана — һәр береһе сиратлап ҡеүәтле тракторҙарҙың штурвалы артына ултырып, етди эш барышында үҙҙәрен һынап ҡарай, тәжрибә туплай.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: