Инйәр
+11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән...
20 Май 2019, 13:29
Мөрәжәғәттәр – контролдә
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡарарына ярашлы, төбәктең һәр муниципалитетында аҙна һайын инвестиция сәғәттәре ойошторола башланы.
Үткән аҙнала райондағы “Эшҡыуар сәғәте”ндә район хакимиәте башлығы А.Комзалов, уның урынбаҫарҙары, иҡтисад бүлеге начальнигы В.Пьянов, мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Н.Скуина ҡатнашты. Сарала “Экокорм” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре Игорь Русаков менән Йеппе Странге, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары (Алексей Швейкин, Әнфирә Ғәлиәкбәрова, Рөстәм Мөхәмәтдинов, Миңнира Хәбирова һәм Игорь Козырев ), “Уют” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Илдар Бикбулатов һәм инициатив төркөм вәкилдәре Нәзирә Әбдрәфиҡова менән Джамал Аҡабаев үҙҙәренең тәҡдимдәре менән сығыш яһаны. Улар районда урман эшкәртеү производствоһын ойоштороу, Оҙондар, шулай уҡ Яңы Ҡыҙылъяр, Орловка, Мағаш һәм Тирәкле ауылдарында малсылыҡты үҫтереү, Архангелдә ит етештереү производствоһын асыу, Ҡыҙыл Еҙем ауылында йөн йыйыу һәм уны эшкәртеү, Архангелдәге “Хлебный дворик” мини-пекарняһының продукцияһын һатыуға сығарыу кеүек мәсьәләләр хәл ителде.
Кәңәшмә һуңында һәр проект буйынса вазифа биләүсе яуаплы хеҙмәткәрҙәр тәғәйенләнде.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Март , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Март , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Март , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Март , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"