Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Май 2019, 18:56

Халыҡ әүҙем йәлеп ителде

“Сәләм республика — сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә автопоезд беҙҙең Максим Горький ауылына ла килеп етте. 25-енән 28 апрелдә күсмә һаулыҡ үҙәге яҡын-тирә ауылдарҙан ( Убалар, Заря, Муллаҡай, Бәйес, Ҡыҙыл Ырғыҙлы, Ливановка, Сикйылға, Приураловка, Ивановка) килеүселәрҙе ҡабул итте.
Ауыл хакимиәте башлығы Т.И.Галина ауылдарҙа барған граждандар сходында был хаҡта мәғлүмәт еткерҙе һәм тикшерелеүгә килеү се халыҡты транспорт менән тәьмин итте.
Үҙәк район дауаханаһы белгестәре тарафынан өс көндә байтаҡ кеше ҡаралды, консультация алды, шулай уҡ ҡан анализдары тапшырҙы, спирография, электрокардиограмма, УЗИ-тикшереүе үтте. Горныйҙан —23, Максим Горькийҙан — 91, бөтәһе 200 –ҙән ашыу кеше флюорография үтте.
Акция барышында окулиста — 30, хирургта — 67, неврологта —114, терапевта —115, стоматологта — 111, УЗИ-ҙа — 36, экг –ла — 193, педиатрҙа 70 кеше тикшерелде, гинекологта 58 ҡатын-ҡыҙ ҡаралды.
Халыҡ сәләмәтлеген хәстәрләү — мөһим бурыс. Граждандарға автопоезд тураһында хәбәр итеү, уларҙы ФАП-ҡа килтереүҙә Р.Ғ.Мозафарова, А.А. Ямалиева ҙур ярҙам күрһәтте. Үҙебеҙ ҙә һәр йортҡа инеп, ғаиләләр менән һөйләшеп, яҡшы мөмкинлектән файҙаланып, тикшерелеп ҡарау зарурлығын аңлаттыҡ. Һөҙөмтәлә халыҡ был акцияға әүҙем йәлеп ителде.
Гөлгөнә Хисмәтуллина,
Максим Горький ауылы фельдшеры.
Читайте нас: