Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Май 2019, 14:43

“Эшһеҙ торған юҡ…”, ти районыбыҙҙың уңған ауыл эшсәне Ринат Ниғәмәтйәнов.

Яҙғы сәсеү кампанияһы башланыу менән баҫыу-ҡырҙарҙа көн-төн агрегаттар гөрләй. Быйыл игенселәр өсөн һауа шарттары ыңғай торҙо, тынғыһыҙ ялан батырҙары ошоноң менән файҙаланып, мәшәҡәттәрен тиҙ генә көйләй һалды.
Ринат Ниғәмәтйәновтың хужалығында ла техникаларҙың төҙөк, эшселәрҙең тәжрибәле булыуы һәм әлбиттә, тырышлыҡ ярҙамында сәсеүлек эштәре тиҙ һәм үҙ ваҡытында тамамланды.
— 12 май ҡыр эштәрен теүәлләп ҡуйҙыҡ. Һоло(20 гектар), арпа(25 гектар), бойҙай(40 гектар) сәселде. Туҡмаҡлынан Илшат Ҡондоҙбаев сәскес артында торҙо, Артур Ҡотлогилдин “ДТ-75” тракторы менән культивация үткәрҙе, ә Шакир ауылынан Зәмфир Ниғәмәтйәнов “МТЗ-82” менән тупраҡты йомшартты. Бына шулай дәррәү тотоноп, бер-беребеҙгә ярҙамлашып оло бурысты үтәп ҡуйҙыҡ.
Малсылыҡҡа килгәндә, имен-аман ҡыш сыҡтыҡ. Әле хайуандар көтөүҙә. Тәүлегенә 200 кг-дан артыҡ һөт һауыла. Көн һайын Сәғит, Туҡмаҡлы, Шакир ауылдары халҡынан 250-300 литр һөт йыйып тапшырам. Эшһеҙ торған юҡ. Бөгөн иһә Оҙондар мәктәбенә ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләй башланым,-тип һөйләп үтте тырыш ир-уҙаман.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: