Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
20 Май 2019, 14:32

Белемлелекте үҫтереп районда башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙылды

18 май Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант — хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, теләге булғандарҙың барыһы өсөн дә тәғәйенләнгән, йыл һайын үткәрелгән ирекле белем биреү акцияһы үтте.
Был сара башҡорт телен танытыу, белемлелек проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү,
белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә дәртләндереү маҡсатынан ойошторолдо.
Тоталь диктант яҙыу райондың барлыҡ белем биреү усаҡтарында ла уҙҙы. Яҙыусылар ике төркөмгә бүленде: уларҙың береһе башҡорт телен бар яҡтан да камил белеүселәрҙән торҙо. Киң күләмле акцияла барлығы 387 кеше ҡатнашты. Улар араһында уҡыусы балалар, уҡытыусылар, хаҡлы ялдағылар, ағинәйҙәр ҡоро, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, хеҙмәткәрҙәр һәм башҡалар әүҙем ҡатнашып, үҙҙәренең белем кимәлен билдәләне.
Төп майҙансыҡ тип һаналған 1-се Архангел мәктәбендә диктантты район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Сәриә Мағазова һәм район “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Зилә Фәйзуллина уҡыны.
Һөҙөмтәләр түбәндәгесә: “5” билдәһенә 135 кеше яҙған, “4”-легә — 166, “3”-лөгә — 86. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла сертификаттар тапшырыласаҡ.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: