Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә үткәрелгән кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Александр Комзалов һәм уның урынбаҫарҙары ҡатнашты.
БР Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Михаил Киреев республикала торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендәге хәл-торош менән таныштырҙы. БР Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, 13 майҙан 20-һенә тиклем республикала 60 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә, унда биш кешенең ғүмере өҙөлә, 76 граждан төрлө тән йәрәхәттәре ала. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров төбәктә ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында бәйән итте. Ошо арала 198 (23-ө – урманда) янғын сығыу осрағы теркәлә, унда ике кеше һәләк була, алты граждан төрлө тән йәрәхәттәре ала.
Кәңәшмә барышында эш хаҡын ваҡытында түләү, ауылдарға юлдар төҙөү, күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе ер участкалары менән тәьмин итеү, ағас ултыртыу айлығы һөҙөмтәләрен барлау һәм автомобиль юлдарында соҡор-саҡырҙарҙы ремонтлау кеүек мәсьәләләр иғтибар үҙәгендә булды.