Инйәр
+19 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
18 Мая 2019, 12:58
Радий Хәбиров ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы вәғәҙәләне
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн дәүләт ярҙамы программаһы тураһында уйларға вәғәҙә бирҙе. Ауылда мәҙәниәт өлкәһендә кадрҙар мәсьәләһе хаҡында һорауҙы Башҡортостандың халыҡ артисы, «Кесе Ватан мәҙәниәте» проектының Йәмәғәт советы рәйесе Александр Кузьменко бирҙе.
Яңы дәүләт стандарттары индерелгәс, күп кенә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уларға тап килмәҫ, ә белемле йәштәр ауылға ҡайтырға ашҡынып тормай, тип билдәләне ул. Һаулыҡ һаҡлауҙа ла, мәғарифта ла ауыл белгестәренә булышлыҡ итеүсе программалар бар. Ауыл мәҙәниәте лә дәүләт ярҙамына мохтаж, тип билдәләне Кузьменко.
«Ысынлап та, бик мөһим теманы күтәрҙегеҙ, — тип яуапланы Радий Хәбиров. — Райондар буйлап йыш йөрөйөм, мәҙәниәт йорттарына ла инеп сығам. Биналар иҫке, емерек хәлдә, ләкин улар шундай матур итеп биҙәлгән, унда тормош гөрләп торғаны һиҙелә. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе тураһында уйларға вәғәҙә бирәм».
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"