Инйәр
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Май 2019, 18:00

Башҡортостанда 2019 йылдың беренсе кварталында инвестициялар үҫеше 4,3% тәшкил иткән

Башҡортостан һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр республика иҡтисадына инвестицияларҙың артыуын күрһәткән. 2019 йылдың беренсе кварталында инвестицияларҙың суммаһы 4,3% үҫеш менән 40 миллиард һум тәшкил иткән. Был — дөйөм команда һөҙөмтәһе һәм инвестицияларҙың артыуы республиканың дөрөҫ юлдан барыуын күрһәтә, тип билдәләне республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
«Федераль стратегик башланғыстар агентлығы күрһәткестәре буйынса, беҙ ҡапыл күтәрелдек. Шуларҙың ҡайһы берҙәре буйынса Башҡортостан хәҙер Рәсәйҙең иң яҡшы биш төбәге иҫәбендә», — тине Радий Хәбиров, бөгөн Өфөлә барған «Башҡортостандың муниципаль берәмектәре советы» ассоциацияһының һигеҙенсе съезында сығыш яһап.
Читайте нас: