Ут сығыу сәбәбе — янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү, вайымһыҙлыҡ күрһәтеү. Күптәр, бигерәк тә ололар көнкүреш техникаһын һүндерергә онота. Ҡышҡы осорҙа электр системаһына көсөргәнеш төшөү, йылытҡыстар ҡулланыу, мейестәрҙең дөрөҫ сығарылмауы, иҫке электр үткәргестәр, электр ҡорамалдарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәмәү янғын сығыуға килтерә. Ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу арҡаһында һәләк булыусыларҙың эске менән мауығыуҙары билдәле.
Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса бүлеге ошоға ярашлы, халыҡҡа тағы бер тапҡыр янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәклеген иҫкәртә:
электр ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ,
уға артыҡ көсөргәнеш тыуҙырмағыҙ, бер юлы бер нисә ҡеүәтле көнкүреш техникаһын эшләтмәгеҙ. Йылытҡыстарҙы ҡорған, йыһазға яҡын ҡуймағыҙ, өҫтөндә кейемдәр киптермәгеҙ. Йортоғоҙҙа электр селтәрен даими тикшереп тороғоҙ. Нимәлер эштән сыҡһа, ярҙам артынан квалификациялы белгестәргә мөрәжәғәт итегеҙ. Газ мейестәрен йортто йылытыу өсөн файҙаланмағыҙ, бының фажиғә менән тамамланыуы ихтимал. Өйҙө мейес менән йылытһағыҙ, уның төҙөклөгөн, төтөн сығарыу юлдарын тикшереп торорға, ҡоромдан таҙартырға, ярыҡтарын һыларға кәрәк. Хәүефһеҙлек өсөн мейес ауыҙы алдына тимер түшәү мотлаҡ. Эргәһендә тиҙ яныусы материалдан эшләнгән йыһаз булырға тейеш түгел. Кер киптерергә ярамай. Йорттарға ут сығыуҙы иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуйыу мөһим. Ул төтөн еҫенә көслө тауыш бирә һәм янғынды тиҙ арала һүндерергә мөмкин. Ҡорамалдарҙың файҙаһы ҙур. Ут сығыу осрағында «112» һандары буйынса хәбәр итегеҙ. Шылтыратыу бушлай. Янғындарҙы булдырмау өсөн күмәкләп тырышырға кәрәк. Йортоғоҙҙоң һәм яҡындарығыҙҙың хәүефһеҙлеге ябай ҡағиҙәләрҙе үтәүгә ҡайтып ҡалыуын онотмағыҙ.