Инйәр
-7 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Май 2019, 17:55

Яңынан иҫәпләнә

Майҙа эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһына социаль өҫтәмә яңынан иҫәпләнә. Ҡануниәткә ҡабул ителгән төҙәтмәләргә ярашлы, 2019 йылдың 1 ғинуарынан башлап, пенсияларҙың һәм бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙәрҙең бөтә индексациялары пенсияны йәшәү минимумынан арттыра.
Шулай итеп, пенсионерҙың пенсияны, социаль түләүҙәрҙе һәм башҡа ҡайһы бер дәүләт ярҙамы сараларын үҙ эсенә алған килеме тәүҙә социаль өҫтәмә менән йәшәү минимумына тиклем еткерелә, ә һуңынан үткәрелгән индексацияларҙың суммаһына арттырыла.
Закон 2019 йылдың 1 ғинуарынан элек үткәрелгән индексацияларҙың суммаһынан өҫтәмәне күҙ уңында тота: ғинуарҙа эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһы — 7,05%, февралдә айлыҡ аҡсалата түләүҙәр 4,3 процентҡа индексацияланды, апрелдә дәүләт тәьминәте буйынса пенсиялар 2%-ҡа арттырылды.
Май пенсияһы менән бергә республиканың 143 меңдән ашыу федераль социаль өҫтәмә алыусыларына ҡабаттан иҫәпләнгән пенсия ошо индексацияларҙы иҫәпкә алып түләнә. Өҫтәмәне арттырыу ғаризаһыҙ, Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәтһеҙ тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итте Рәсәйҙең Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасы Фоат Хантимеров.
Лариса Солтанбәкова,
район Пенсия фонды идаралығы начальнигы урынбаҫары.
Читайте нас в