Инйәр
+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Май 2019, 18:17

“Яҙҙың тәүге нуры менән”

“Әкиәт” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған иртәлек ойошторолдо. “Смешарики” төркөмө тәрбиәләнеүселәре яҡын кешеләре өсөн “Яҙҙың тәүге нуры менән” тип аталған сәхнәләштерелгән тамаша әҙерләне.
Балаларҙың яратҡан йәнһүрәт геройҙары Матроскин (Әнисә Ниғәмова ) һәм Почтальон Печкин (Екатерина Михайлова) тамашаға йәм өҫтәне. Улар төрлө конкурстар үткәреүҙә ярҙам итте, кескәйҙәрҙең һәм килгән ҡунаҡтарҙың кәйефен күтәрҙе. Сара дауамында өләсәйҙәргә, әсәйҙәргә, ҡыҙҙарға арналған йырҙар, шиғырҙар яңғыраны, бейеүҙәр башҡарылды. Малайҙарҙың үҙенсәлекле музыкаль бүләктәре айырыуса барыһына ла оҡшаны. Ололар ҙа, бәләкәстәр ҙә рәхәтләнеп уйнап-көлөп ял итте, күңел асты. Байрам һуңында балалар ҡәҙерле кешеләренә үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен тапшырҙы.
Любовь Салихова,
“Әкиәт” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас: