Инйәр
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Май 2019, 18:33

Тулыһынса тәьмин ителгән

БР буйынса Пенсия фонды бүлексәһе тарафынан ағымдағы йылдың апреле өсөн пенсиялар һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе финанслау тулыһынса һәм ваҡытында тамамланды. Рәсәй Пенсия фонды идаралығы ағзаһы Фоат Хантимеров белдереүенсә ошо маҡсатта апрелдә 17,6 миллиард һум аҡса күсерелгән.
2019 йылдың майында пенсия һәм социаль түләүҙәрҙе таратыу графикка ярашлы 3 майҙан башланасаҡ. 9 май өсөн түләүҙәр 6, 7 һәм 8-ендә башҡарыласаҡ. Байрам көндәрендә пенсия таратыуҙың теүәл даталары апрель квитанцияларында күрһәтелгәйне.
Ҡалған көндәрҙә пенсия билдәләнгән график буйынса таратыла. Кредит ойошмалары тарафынан түләүҙәр килешеүҙәрҙә билдәләнгән арауыҡта (8 майҙан алып) күсереләсәк.
БР буйынса Пенсия фонды бүлексәһе ҡарамағында 1 миллион 200 мең пенсионер, 316 мең федераль льготаға эйә булыусы, 122 мең федераль социаль түләүҙәр алыусы иҫәпләнә. Май айында түләнәсәк пенсиялар, ҡайтанан иҫәпләүҙәрҙе ҡушып, 18 миллиард тәшкил итә.
Лариса Солтанбәкова,
Район Пенсия фонды идаралығы начальнигы урынбаҫары.
Читайте нас: