Инйәр
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Май 2019, 18:16

Оло йыйынға әҙерлек бара

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2019 йылдың 28-29 июнендә уҙа. Съездың тәүге көнөндә пленар ултырыштан һуң ете секция эшләй. Улар — милли мәғариф, тарих һәм мәҙәниәт, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, демография, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ проблемалары, ваҡытлы матбуғат һәм мәғлүмәт сәйәсәте, башҡорт йәштәре, ер, эшҡыуарлыҡ һәм туризм мәсьәләләре.
Съезға делегаттар һайлау түбәндәге формулаға нигеҙләнеп башҡарыла: республикала 4 мең кешегә — бер делегат, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 3 мең кешегә — бер делегат. Уларҙың 30% әүҙем йәштәр булырға тейеш. Кандидаттарҙы һайлап алыу буйынса шарттар ҡаты, был документ талаптары урындағы ҡоролтайҙарға билдәле.
Йыйындың икенсе көнө Ишембай районында уҙасаҡ. Торатау янында Ҙур Урал һабантуйын ойоштороу күҙаллана. Уның барышында ҡоролтайҙың йомғаҡлау ултырышы ла ҡаралған. Шулай уҡ V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерләнеү һәм уны үткәреү барышында «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» проектын эшләнә.
Әлеге мәлдә Республикабыҙҙың район-ҡалаларында оло йыйынға делегаттар һайлау дауам итә. Иртәгә, йәғни 19 апрелдә, Архангел районы башҡорттары ла уҙған осорҙа атҡарылған эш һөҙөмтәләрен барлаясаҡ. Көн тәртибендә хәҙерге заман шарттарында башҡорт халҡының үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыу, районда халыҡ кәсепселеге һәм милли йолаларҙы үҫтереү, тел өйрәнеү мәсьәләләре күтәреләсәк. Йыйын һуңында резолюция ҡабул ителәсәк һәм оло ҡорға делегаттар һайланасаҡ.
Читайте нас в