Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Май 2019, 17:53

Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре! Хөрмәтле Архангел районы халҡы!

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 74 йыл тулыу айҡанлы ихлас күңелдән сыҡҡан иң йылы ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ!
Бер – бер артлы йылдар үтә, быуындарҙы быуындар алыштыра, әммә милли берҙәмлек, сикһеҙ дан һәм илһөйәрлек символын һынландырған Бөйөк Еңеү илебеҙҙең батырлыҡ йылъяҙмаһына мәңгегә уйылып ҡуйылған. Ватаныбыҙҙың бойондороҡһоҙлоғон һәм бөтөнлөгөн, халҡыбыҙҙың йәшәүгә хоҡуғын һаҡлап ҡалған ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын беҙ бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ.
Ветерандарыбыҙҙы хөрмәт итеү, уларға иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеү — һәр кемебеҙҙең гражданлыҡ бурысы ул. Был изге көн иҫтәлеге хаҡында мираҫты киләсәк быуындарға тапшырыу — айырыуса мөһим. Батырҙарыбыҙ яулап алған иң ҡиммәтле тыныслығыбыҙҙы, иркебеҙҙе, бөйөк илебеҙҙе күҙ ҡараһындай һаҡларға тейешбеҙ.
Һәммәгеҙгә лә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле тормош, именлек һәм изгелек теләйбеҙ. Оло Еңеү байрамы менән, райондаштар!
Рәүф Рәхмәтуллин,
муниципаль район Советы рәйесе.
Александр Комзалов,
муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: