Инйәр
+22 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
8 Мая 2019, 12:52
Хөрмәтле Архангел районы халҡы һәм ҡунаҡтар!
Йыл һайын яҙ етеү менән янғын сығыу хәүефе арта. Ғәҙәттәгесә,был миҙгелдә тыйылыуға ҡарамаҫтан, күптәр кипкән үлән һәм сүп-сарҙы яндырырға тотона. Ҡышын ҡарҙың аҙ булыуы, ел сығыуы һәм ҡоро һауа торошо арҡаһында бәләкәй генә осҡондоң тиҙ арала ҙур янғынға әйләнеүе ихтимал. Һөҙөмтәлә урман, ҡырҙар ғына түгел, шәхси йорттар һәм хужалыҡ ҡоролмалары ла зыян күрә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәр йышайғандан – йышая, ә эҙемтәләре — ҡот осҡос. Шуға күрә район халҡын бигерәк тә һаҡ һәм иғтибарлы булырға саҡырам. Шулай уҡ йорт-ҡураларығыҙға яҡын урындарҙа кипкән үлән, сүп-сарҙы үртәмәүегеҙҙе һорайым.
Битараф ҡалмағыҙ! Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре таратҡан иҫкәртмәләрҙе иғтибарҙа тотоғоҙ. Янғын хәүефһеҙлеге сараларын күҙәтеү — һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың именлеге, ғүмерегеҙҙең һаҡлы булыуы ул. Янғынды һүндереүгә ҡарағанда уны иҫкәртеү күпкә еңел, шуны онотмағыҙ!
Александр Антипин,
граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса белгес.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды