Инйәр
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
29 Апрель 2019, 18:32

Йоғонтоло саралар күреү йәһәтенән

Башҡортостан Республикаһында киҫкен хәлде тотороҡлаштырыу, ҡабаттан ҡылынған енәйәттәр һанын кәметеү, рецидив енәйәтселекте иҫкәртеү, эске эштәр органдарында һәм енәйәти-башҡарыу инспекцияларында иҫәптә тороусыларға профилактик тәьҫир яһауҙың йоғонтололоғон арттырыу маҡсатында ағымдағы йылдың 22 апреленән 30-ына тиклем “Шартлы рәүештә хөкөм ителеүсе” исеме аҫтында оператив-профилактик сара уҙғарыла. Ул енәйәти-башҡарыу инспекцияларында иҫәптә тороусы граждандар тарафынан ҡабаттан енәйәт ҡылыуҙы һәм административ хоҡуҡ боҙоуҙы иҫкәртеүгә, шулай уҡ йәмәғәтселеккә ҡаршы йәшәү рәүеше алып барған, иректән мәхрүм итеүгә бәйле булмаған енәйәт язаһын үтеү тәртибен һәм шарттарын боҙған иҫәптә тороусыларға ҡарата ваҡытында тәьҫирле саралар күреү һәм иҫәпкә ҡуйыуға йүнәлтелгән.
2019 йылдың 9 айы йомғаҡтары буйынса Рәсәй язалар башҡарыу федераль хеҙмәте идаралығының Архангел районындағы енәйәти-башҡарыу инспекцияһында иҫәптә тороусы граждандарҙың 84-е — шартлы һынау мөҙәте менән, 37-һе — холоҡ төҙәтеү эштәренә, 37-һе — мәжбүри хеҙмәткә, 19-ы айырым эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүҙе йәки билдәле бер шөғөлдө биләүҙе тыйыуға хөкөм ителгәндәр.
Эске эштәр бүлегендә күҙәтеү аҫтындағы — 14, шартлы рәүештә ваҡытынан алда иреккә сығарылған — 7, формаль рәүештә административ күҙәтеүҙә булған 12 граждан иҫәпкә ҡуйылған.
Сара барышында эске эштәр органдарының оператив белешмәләре буйынса иркенән мәхрүм итеүгә бәйле булмаған енәйәти-хоҡуҡ йүнәлешендәге сараларға һәм язаларға тарттырылған шәхестәр, шулай уҡ эске эштәр органының урындағы бүлегендә һәм енәйәти- башҡарыу инспекцияһы филиалында иҫәптә тороусы һәм административ күҙәтеү аҫтында булыусы граждандар тикшерелә. Юғарыла атап үтелгән сәбәптәр асыҡланған осраҡта уларға ҡарата йоғонтоло хоҡуҡи саралар күрелә.
Айгөл Сәйғафарова,
административ күҙәтеү буйынса өлкән инспектор.
Читайте нас: