Илебеҙҙә телевидение өр-яңы этапҡа аяҡ баҫа башланы. 2019 йылдың ғинуарынан барлыҡ федераль каналдар һанлы тапшырыу алымына күсә башланы. Был башланғыс “2009–2018 йылдарға Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы нигеҙендә бойомға ашырыла.
Һанлы телевидение – ул заман талабы. Һанлы телевидениены һайлаусылар абонент хаҡы түләмәйәсәк, йәғни тулыһынса бушлай 20 федераль каналды ҡарау һәм өс радиостанция тапшырыуҙарын тыңлау мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Һанлы сигнал сифатына һауа торошо йоғонто яһамай. Бынан тыш, экрандағы сағылыштың, тауыштың күпкә сифатлыраҡ, таҙараҡ булыуын, каналдар һанының күплеген һәм башҡа ыңғай яҡтарын билдәләп үтергә мөмкин.
Башҡортостан халҡы бушлай һәм юғары сифатта 20 федераль телеканал ҡарау мөмкинлегенә эйә. Әммә һанлы телевидениеға күсеүгә бөтә кеше лә әҙер түгел әле. Был айырыуса телесигналдарҙы тышҡы йәки бүлмә антенналары ярҙамында ҡабул итеүселәргә ҡағыла. Кабель, спутник, IP-телевидение ҡараусыларға иһә был хаҡта борсолмаҫҡа ла мөмкин.
3 июндән федераль аналог каналдары бөгөнгө кеүек күрһәтмәй башлаясаҡ. Йәғни, мәҫәлән, “Рәсәй” йәки “1 канал” телеканалы урынына ҡара экран ғына сығасаҡ. Шуға күрә һанлы телевидениеға күсеүҙе бөгөндән үк хәл итергә кәрәк.
Районда мохтаж граждандарға һанлы телевидениены тоташтырыу буйынса ирекмәндәр төркөмө эшләй. Улар һәр ауыл биләмәһендә бар. Ошо көндәрҙә Архангелдә йәшәүсе хаҡлы ялдағы яҡташыбыҙ ирекмәндәргә ярҙам итеү буйынса мөрәжәғәт итте. Йәштәр тейешле адрес буйынса сығып гражданға һанлы телевидение буйынса мәғлүмәт еткереп, телевизорҙы һанлы телевидениеға “көйләне”.