Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланған “Башҡортостан тарихы биттәрендә район йылъяҙмаһы” тип исемләнгән район фестиваль-марафоны дауам итә. Районыбыҙҙың ойошма, учреждение, предприятиеләре араһында ул юғары кимәлдә һәм ойошҡанлы үтә. 1-се Архангел мәктәбе директоры Мансур Ғәбитов сираттағы сығыш яһаусыларға уңыштар теләп, марафон штандартын үҙәк район дауханаһының баш табибы Әлиә Әҙиәтоваға тапшырҙы. Әлиә Ғиҙҙәт ҡыҙы сара символын ҡабул итеп, залдағыларҙы ҡайнар сәләмләне һәм матур ял теләне.
Үҙенсәлекле тамаша менән башланған концерт тарихи үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, ауыр замандағы кеше яҙмыштары хаҡында уйландырып алды. Театр йылында ошондай театрлаштырылған күренештәргә халыҡтың һыуһағанлығы алҡыштарҙан уҡ һиҙелде.