Инйәр
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
29 Апрель 2019, 18:19

Һөҙөмтәләр барланды, яңы маҡсатар ҡуйылды

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә үткәрелгән кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Александр Комзалов, уның урынбаҫарҙары, бүлек мөдирҙәре, прокуратура, урман хужалығы, юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
БР Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев республикала торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендәге хәл-торош менән таныштырҙы. БР Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, 22 апрелдән 29-на тиклем республикала 54 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә, унда дүрт кешенең ғүмере өҙөлә. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров төбәктә ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында бәйән итте. Төбәктә ошо арала 889 янғын сығыу осрағы теркәлә, унда ете кеше һәләк була.
Кәңәшмә барышында ағымдағы йылдың I квартал һөҙөмтәләре буйынса район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарының рейтингы иғлан ителде. Был хаҡта БР Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын, БР Хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тәжетдинов бәйән итте. Артабан һүҙ янғын хәүефһеҙлеге, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы, соҡор-саҡырҙарҙы ремонтлау, административ комиссияларҙың эшмәкәрлеге мәсьәләләре иғтибар үҙәгендә булды.
Альберт Рәхимов.
Читайте нас в