Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
29 Апрель 2019, 18:15

Илде игенсе туйҙыра

Быйыл иң тәү башлап яҙғы баҫыу эштәренә төшкән “Үҙәк” МТС-ының “Еҙем” бүлексәһе механизаторҙары ҡышҡы туҡландырыуҙы, күп йыллыҡ үләндәрҙе, шулай уҡ ужым культураларын тырматып, дым ҡаплап бөткәндән һуң дәррәү сәсеү эштәренә тотондо.
Игенселәр Ҡыҙыл Еҙем ауылы эргәһендәге 461 гектар яландың 217-дә бойҙай сәсте, ҡалған майҙандарҙа ла эштәр тиҙҙән тамамланасаҡ. Сәсеү ике сменала башҡарыла. Хужалыҡтың менеджеры Урал Яҡшыбаев сәсеү эштәре менән таныштырып, түбәндәгеләрҙе һөйләне:
— Ҡеүәтле ”Джон Дир” тракторында Венер Хисаметдинов һәм Марс Ғирфанов тир түгә. Эшселәребеҙ бай тәжрибәле, намыҫлы һәм тырыш. Етәксе булараҡ мин уларға ышаныс менән ҡарайым. Хеҙмәт шарттары яҡшы, бер нәмәгә лә мохтажлыҡ юҡ. Игенселәрҙе тәүлегенә өс, төнгө сменала эшләүселәрҙе дүрт тапҡыр ашатабыҙ. Яғыулыҡ материалдары, техниканың запас өлөштәре менән тәьмин ителгәнбеҙ, ашлама ла етерлек — 1 гектарға 70 кг тура килә. Һауа торошо ыңғай булған шартта бойҙай сәсеү оҙаҡҡа һуҙылмаҫ. Артабан борсаҡҡа төшәсәкбеҙ,-тип эш араһында һөйләп өлгөрҙө ул.
Баҫыу эштәре — бер генә ваҡыт, шуға күрә ауыл эшсәндәре өсөн тәүлектең һәр сәғәте ҡәҙерле.
Әйткәндәй, “Инйәр” ЯСЙ-һында һәм “Швейкина” КФХ-да ла һоло сәсеү тамамланды.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: