Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
29 Апрель 2019, 18:28

Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Рауил Бикбаев вафат булды

Башҡортостан халҡы, башҡорт шиғриәте, фәне, әҙәбиәте ҙур юғалтыу кисерҙе. Тәрән зиһенен, йөрәк һыҙланыуҙарын, моңсол асылын ижадында балҡытҡан шағир Рауил Бикбаев арабыҙҙан китте. Тәүге әҫәрҙәре менән үк шиғриәткә оло ижадсы килгәнен хәбәр иткән Шағир ғүмере буйы әҙәбиәт донъяһында, фәндә, публицистикалаюашҡорт милләтенең булмышы тураһында яҙҙы, һыҙланды, йырланы, заман һүҙен еткерҙе. Ырымбур далаларының иркен тыны, Каруанһарай мәртәбәһе сағылды уның ижадында.
Рауил Төхвәт улы, яҡташы Ғабдулла Амантай юлын дауам итеп, халҡыбыҙға Шәйехзада Бабичтың исемен ҡайтарыуҙа ҙур фиҙаҡәрлек күрһәтте. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың бай ижадын тап Денис Бүләков, Тимер Йосопов, Сафуан Әлибаев, Рауил Бикбаев кеүек шәкерттәре бергәләп халыҡҡа ҡайтарыуға өлгәште.
Атаҡлы шағир үҙе лә остаздары Шәйехзада Бабич, Рәми Ғариповтар артынан юлланды. Йәнең йәннәттә булһын, Шағир! Фиҙаҡәр ижадың халҡың менән бергә мәңге ҡалыр!..
Һин — Башҡортостандың халыҡ шағиры — Башҡортостан хаҡында яҙҙың! Халыҡ һыҙланыуҙары һиңә үҙ булды — халыҡ исеменән һүҙ әйттең! Һин — ысые һүҙ оҫтаһы, Шағир!
Лариса Абдуллина.
(“Башҡортостан” гәзитенән алынды)
Читайте нас: