Инйәр
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
29 Апрель 2019, 18:30

Балалар өсөн ата-әсәләр яуаплы

Өлкәндәр иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Велосипедта йөрөгәндә юл ҡағиҙәләрен боҙған балалар өсөн ата-әсәләр яуап бирә. Был транспорт төрөн һатып алғанда, бәләкәстәрегеҙҙе йөрөргә өйрәтеү генә түгел, ҡайҙа мөмкин, ҡайҙа тыйылыуы хаҡында ла аңлатырға онотмағыҙ.
Һауа торошо яҡшырыуға велоспорт менән шөғөлләнеүселәр бермә-бер арта. Улар шулай уҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар булып һанала. Велосипедҡа ултырғанға тиклем ваҡыт табып, балағыҙға ихатала йөрөгәндә лә һаҡ булырға кәрәклекте һөйләгеҙ. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең 24-се бүлеген бергәләп өйрәнегеҙ.
14 йәше тулғанға ҡәҙәр баланың ниндәй ҙә булһа транспорт төрөн йөрөтөп, юлға сығырға хоҡуғы юҡ. Әгәр велосипед менән йөрөүгә махсус урын бүленмәгән икән, юлға сығырға рөхсәт биреп, ҡәҙерлегеҙҙең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ. Бәләкәстәргә, 7 — 14 йәшлек велосипедсыларға тыҡрыҡта, йәйәүле һәм велойәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән урындарҙа ғына йөрөргә кәрәк.
Дәүләт автоинспекция хеҙмәткәрҙәре бәлиғ булмаған велосипедсылар тарафынан административ хоҡуҡ боҙолоуын асыҡлаған осраҡта, был хаҡта мәғлүмәт уларҙың законлы вәкилдәренә ҡарата саралар күреү йәһәтенән бәлиғ булмағандар эше буйынса шөғөлләнгән бүлеккә йүнәлтеләсәк. Архангел районы дәүләт автоинспекцияһы велосипедсыларҙы юлдарҙа, йәйәүлеләр юл аша сыҡҡан урындарҙа бөтә ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра. Махсус һаҡлаусы кейемдәр, тәүлектең ҡараңғы мәлендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар менән үҙегеҙҙе тәьмин итегеҙ. Әлбиттә улар барлыҡ проблемаларҙан ҡотолдора алмай, әммә бәрелеү көсөн кәметергә, йәрәхәтләнеүҙән һаҡларға мөмкин.
Евгений Чернов,
Архангел районы буйынса дәүләт автоинспекторы.
Читайте нас: