Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Апрель 2019, 12:27

Юл биреү мөһим

Махсус автомобилдәрҙең ялтырауыҡлы һәм тауыш сигналдарын тоҡандырып транспорт ағымында тиҙерәк тейешле урынына барып етергә тырышыуын күптәр күҙәткәне бар. Киҫкен саҡырыу буйынса юлға сыҡҡан водителдәр, үтә көсөргәнеш хәлендә була, теләһә ҡайһы юл сатында көтөлмәгән ваҡиға ихтималлығы уларға ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһе лә махсус биҙәлешле һәм сигналлы бындай автомобилдәрҙе алдан үткәреп ебәреүҙе мөһим тип уйламай. Ундайҙарҙан йыш ҡына “Күрмәй ҡалдыҡ!” тигән бер яуап ишетелә.
РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.17-се статьяһының 2-се бүлегенә ярашлы, ялтырауыҡлы һәм тауыш сигналдары менән йыһазландырылған, тәғәйен биҙәлешле махсус автомобилдәргә юл бирмәгән осраҡта, суд ҡарары нигеҙендә 500 һум штраф һалына йәки 1 айҙан 3-әүгә тиклем транспорт йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеү язаһы билдәләнә. Архангел дәүләт автоинспекцияһы, ошондай күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн, водителдәргә махсус транспорттарға юл биреүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә. Хөрмәтле водителдәр, иғтибарлы булығыҙ!
Евгений Чернов,
Архангел районы буйынса дәүләт автоинспекторы.
Читайте нас: