Ял көндәрендә “ҡыҙыл әтәс”тең һаны тағы ла артты. Атап әйткәндә, Победа ауылы эргәһендә – дүрт, Яңы Устиновка ауылында 0,15 гектар майҙанда ҡый үләне яна, шулай уҡ ут Баҡалды ауылында ла сыға. Уның һөҙөмтәһендә йорт хужалары 60 мең һумлыҡ зыян күрә.
Ағымдағы аҙнала ла ҡый үләндәренең яныуы туҡтамай. Билдәһеҙ кеше тарафынан Приуралье һәм Бәйес ауылдары (ике тапҡыр) эргәһендә ут сыға. Уларҙың дөйөм майҙаны ете гектарға тиклем барып етә.
Александр Антипин,
райондың граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе.