Инйәр
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Апрель 2019, 11:35

Яландарҙа техника гөрләй

“Үҙәк” МТС-ының “Еҙем” бүлексәһе тәүгеләрҙән булып ужым культураларына өҫтәмә туҡландырыу индерә башланы. Линар Батталов, Азат Ғәйфуллин, Алик Мостафин “Туман”, “МТЗ” тракторҙарында баҫыуҙарҙы иңләһә, Рәшит Шәйәхмәтов, Анатолий Антипин КамАЗ йөк машиналарында минераль ашламалар ташыу менән мәшғүл.
Бөгөнгә ҡарата “Үҙәк” МТС-ы хужалығы өҫтәмә туҡландырыу индереү сараларын тамамлай. Ужым сәселгән яландарҙы ашлау Сабитов хужалығында — 30 процент, “Инйәр” ЯСЙ-һында —50 процентҡа яҡын башҡарылған.
Район буйынса 5100 гектар сәсеү майҙанының 10 процентында дым ҡапланған, тырматыу, орлоҡтарҙы ағыулау эштәре бара.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас: