Инйәр
+17 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
26 Апреля 2019, 12:09
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы
Республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы барышында 17 мең эре ағас һәм 4 мең ҡыуаҡлыҡ ултыртыу күҙаллана, тип һөйләне торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Тәүге этап 27 апрелгә — икенсе дөйөм республика өмәһенә тәғәйенләнгән.
Муниципалитеттарҙа тематик аллеялар өсөн 57 ер участкаһы билдәләнгән. Ҡарағай, шыршы, ҡайын, йүкә, тирәк ағастары, барбарис, спирея, гөлйемеш, миләш ҡыуаҡтары ултыртыу ҡаралған.
Акция йомғаҡтары буйынса «Йәшел Башҡортостан» фотоконкурсы ойошторола — ҡатнашыу өсөн акцияға килергә, ағас ултыртырға, фотоға төшөргә һәм уны #йәшелБашҡортостан2019 хештегы менән социаль селтәргә һалырға кәрәк. Еңеүселәрҙе «Бергәләп күңеллерәк» һәм «Минең урманым — минең киләсәгем» номинацияларында «лайк»тар һаны буйынса билдәләйҙәр.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"