Инйәр
+14 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән...
26 Апреля 2019, 05:57
Уңышҡа ныҡлы нигеҙ
Районда яҙғы баҫыу эштәре киң ҡолас ала бара. “Үҙәк” МТС-ының “Нива” бүлексәһендә сәсеү 11 апрелдә үк башланды. Был үткән йыл менән сағыштырғанда күпкә иртәрәк. Бөгөн ужым культураларын туҡландырыу һәм тырматыу менән бер рәттән яландарҙа дым ҡаплау ҙа әүҙем башҡарыла.
Иҫке Ырныҡшы ауылы эргәһендәге рапс баҫыуында Венер Хисаметдинов һәм Иван Лубин ҡеүәтле ике “Джон Дир” тракторында дым ҡаплау менән мәшғүл. Ауыл эшсәндәренең кәйефе күтәренке.
— Был ҡыҫҡа ваҡытта башҡарыла торған иң мөһим агротехник сара. Тупраҡ елдә, ҡояш нурҙарында кипмәҫ борон дым ҡаплауҙы тамамлап ҡуйыу хәйерле. Һауа торошо яҡшы торғанда дүрт-биш көндә эште теүәлләп ҡуясаҡбыҙ,-тип аныҡлыҡ индерҙе В.Хисаметдинов.
Һәр эште лә етди, намыҫлы башҡарған механизаторҙар был юлы ла һынатмаҫ. Уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалынырына шик юҡ.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"