Инйәр
+29 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
26 Апреля 2019, 06:07
Үәт, уңғандар!
Башҡортостандың Милли музейында үткән йылдың көҙөнән алып быйылғы 30 мартҡа тиклем дауам иткән “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлегенән: генеалогик аспект” II республика ғилми-тикшеренеү бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.
Башҡортостан Республикаһына һәм уның архив хеҙмәтенә 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән сара
йәш быуында илһөйәрлек, тарихи-мәҙәни мираҫҡа ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу, уларҙы ғилми-эҙләнеү эштәренә йәлеп итеү маҡсатында ойошторолдо.
Конференцияла республика ғилми-тикшеренеү бәйгеһендә призлы урындар яулаған йәш ғалимдар сығыш яһаны, музей буйлап экскурсия турҙары эшләне.
Был конкурста районыбыҙҙың данын 2-се Архангел мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Сурағолова Айһылыуға (етәксеһе Резеда Маликова) яҡларға тура килде. Төрлө йүнәлештәр буйынса тәҡдим ителгән эштәр араһында Айһылыуҙың тикшеренеүе юғары баһаланып, “Күренекле шәхестәр” номинацияһы буйынса БР-ҙың Архив эштәре идаралығының II дәрәжә дипломына лайыҡ булды, ә Р.М.Маликоваға ошо идаралыҡтан Рәхмәт хаты тапшырылды.
Дилара Бәҙретдинова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур