Инйәр
+12 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
26 Апреля 2019, 06:05
СНИЛС биреү формаһы үҙгәрҙе
“Пенсияны мотлаҡ страховкалау системаһындағы шәхси (персонифицаль) иҫәп тураһында” ғы Федераль закондағы үҙгәрештә 2019 йылдың 1 апреленән ғәмәлгә инде. Хәҙер элеккесә таныҡлыҡ (“йәшел карточка”) алыу мотлаҡ түгел. Бөтә мәғлүмәт электрон вариантта, һәр страховкаланған кешегә шәхси иҫәп асыла һәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрен шуның аша ғына алырға мөмкин буласаҡ. Кәрәкле мәғлүмәт яҙылған белешмәләрҙе иһә Рәсәй Пенсия Фонды идаралығында һәм клиент хеҙмәте үҙәктәрендә бирәләр.
Әгәр граждан страховка таныҡлығын юғалтҡан икән, уның күсермәһен алыу өсөн Пенсия фонды идаралығына шәхсән килеү талап ителмәй. Мөһим мәғлүмәтте сайттағы “Граждандың шәхси кабинеты” (“Граждандың шәхси кабинеты” — “Шәхси иҫәп” — “Страховка таныҡлығы күсермәһенә ғариза биреү”) ярҙамында табырға була. Сығарып алған документ эшкә урынлашҡанда “йәшел карточка”ны алыштыра.
Рәсәй Пенсия фонды идаралығы ағзаһы, БР буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров белдереүенсә, элек бирелгән СНИЛС-тар ғәмәлдә ҡала, уларҙы алмаштырыу талап ителмәй.
Рәфис Мостафин,
райондағы Пенсия фонды идаралығы начальнигы.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Новости
16 Марта , 10:13
Муллаҡай егетенә – Шайморатов ордены!
Новости
16 Марта , 10:08
Кескәйҙәр – йәмғиәт ҡиммәте, тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә юл аса
Новости
16 Марта , 10:07
Художестволы фотоһүрәттәр конкурсына ғаризалар ҡабул ителә
Новости
16 Марта , 10:06
“Йыл оҫтаһы” конкурсына ҡыҙыҡһыныу ҙур