Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
26 Апрель 2019, 12:14

“Шоңҡар”ҙа — ҡунаҡта

Күптән түгел "Шоңҡар" журналының юбилейына барып ҡайттыҡ. Кисә иҫ киткес шәп булды. Зал шығырым тулы ине, сөнки Өфөнән генә түгел, бөтә Башҡортостандан журналдың тоғро дуҫтары, йәше лә, ҡарты ла йыйылды. Концерт күп ҡырлы, шәп ҡуйылған, һәр нәмә үҙ урынында, йәштәр яратҡан рок та, халыҡ йырҙары ла күңелдәргә хуш килде. Ҡурай, ҡыл-ҡубыҙ, скрипка, дәртле бейеүҙәр... Йырсыларҙың да ниндәйе генә юҡ: Бибисара Азаматова, Иҙел Нурғәлин, Радмир Хәсәнов, Тимур Рамаҙанов, Миңзәлә Хәлилова, Тимур Ямалов һәм башҡалар. Тамашаға "Дарман" өлгөлө бейеү ансамбле дәрт өҫтәне. Зәлиә Ғиниәтуллина тамашасыларҙы ҡыл-ҡубыҙ менән тылсымлы моңға сорнаһа, журналдың элекке рәссамы Гүзәл Хәйбуллина үҙенең рәсеме менән барыһын таң ҡалдырҙы.
Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан баҫмала шиғри конкурс иғлан ителгәйне. Китапханасы Гөлнара Ташбулатова етәкселегендә беҙ, урындағы үҙешмәкәр ижадсылар, Гөлирә Фәйрүзова, Роза Ғәббәсова, Зәлифә Фәйзуллина, Миңниса Мөхәмәтова (Өфөлә йәшәй) ошо бәйгелә ҡатнаштыҡ. Үҙебеҙҙең шиғри шәлкемдәр менән сығыш яһаған видеотаҫманы күрһәттек. Һөҙөмтәлә Гөлирә Фәйрүзова 3-сө урын яуланы.
Бынан тыш, журнал тарафынан һылыу, сая башҡорт ҡыҙын билдәләүгә конкурс ойошторолдо. Унда Тәүәкәстән Зөлфиә Ташбулатова көс һынаны. Әлбиттә, республикабыҙҙың төрлө райондарынан йыйылған бәйгесе ҡыҙҙар береһе лә һыр бирерлек түгел ине. Конкурста ҡатнашыусыларҙан иң –иңдәрен һайлап алырға халыҡ ярҙамы талап ителде. Райондаштарыбыҙҙың әүҙем тауыш биреүе Зөлфиәгә еңеү яуларға мөмкинлек бирҙе. Был еңеү ысын мәғәнәһендә район халҡының берҙәмлеген дәлилләне. Эйе, татыулыҡта, дуҫлыҡта һәм бергә булғанда ғына юғары бейеклеккә өлгәшелә.
Мәғлүм булыуынса, беҙҙең республикала баҫмалар бихисап. Һәр береһенең үҙ тауышы, йөҙө һәм тарихы. Йәштәр өсөн башҡорт телендә сыҡҡан “Шоңҡар” журналы ла шулар араһында айырым урын биләп тора. Унда йәштәрҙең бик матур хикәйәләре, шиғырҙары донъя күрә. Милли телебеҙ ҡиммәттәре күтәрелгән әлеге осорҙа башҡорт баҫмаларының әһәмиәте ҙур роль уйнай. Беҙгә үҙ телебеҙҙә сыҡҡан гәзит-журналдарға яҙылып, уларҙы уҡып, халҡыбыҙ алдындағы бурысты үтәү зарур.
Роза Ғәббәсова.
Тәүәкәс ауылының “Ағинәйҙәр ҡоро” рәйесе.
Читайте нас: