Иглин районында Төнъяҡ урман-дала зоналарына ҡараған райондар араһында яҙғы баҫыу эштәрен уҙғарыу мәсьәләһенә арналған агрономдар конференцияһы үтте. Унда Архангел, Благовещен, Иглин, Мишкә, Нуриман, Ҡариҙел, Бөрө райондарының тармаҡ белгестәре йыйылды.
Район хакимиәте башлығы укрынбаҫары Ғәлей Төгөлбаев конференция тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирҙе:
— Иглиндар беҙҙе йылы ҡаршы алды. Сарала Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, уның беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов, урынбаҫарҙар Ирик Сураҡов һәм Павел Иофинов, ведомство ҡарамағындағы ойошма вәкилдәре, ғалимдар, баш агрономдар һәм башҡалар ҡатнашты.
Беҙҙе башта райондың ауыл хужалығы предприятиеларының ҡаҙаныштары, төбәктә етештерелгән ауыл хужалығы тауарҙары экспозициялары менән таныштырҙылар. Артабан пленар ултырышта техника әҙерлеге, баҫыуҙарҙа агротехник нормаларҙы үтәү үҙенсәлектәре тураһында фекер алышыу булды. И.Фазрахманов быйыл сәсеүҙең иртә башланасағы тураһында иҫкәртте һәм хужалыҡтар етәкселәрен сәсеүгә дәррәү тотоноп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамларға саҡырҙы. Белгестәр юғары сифатлы бөртөклөлөргә — арыш, бойҙай һәм рапсҡа һорауҙың юғары булыуын, һуңғыһын эшкәртеү буйынса инвестиция проекттарының тормошҡа ашырылыуын, маржиналь, майлы һәм техник культураларға ла иғтибарҙың артыуын билдәләне.
Семинарҙың практик өлөшө “Агро-Весна” предприятиеһы нигеҙендә уҙҙы. Аграрийҙар иғтибарына хужалыҡ ҡарамағындағы тупраҡ сифатын тикшереүсе экспресс-анализатор тәҡдим ителде. Белгестәр сәсеүгә орлоҡ әҙерләү, уны дөрөҫ ашлау тәжрибәһе менән уртаҡлашты.